Войти / Зарегистрироваться

Разработка урока "М. Карим. Урманда." - 2 класс

Получить свидетельство
Автор: Закирова Лилия Рамиловна

Маҡсат. Хикәйәнең йөкмәткеһе  менән таныштырыу, төп фекерҙе асыҡлау,  телмәр үҫтереү, һүҙ байлығын арттырыу,  тәбиғәткә һөйөү тәрбиәләү.
Йыһазлау. Слайдтар, һүрәттәр.
Дәрес барышы.
IОйоштороу моменты.
IIПсихологик  комфорт тыуҙырыу.
- Һаумыһығыҙ, уҡыусылар,
- Һаумы, ҡояш, 
- Һаумы, дуҫым!
- Һаумыһығыҙ,  уҡытыусым!
- Бер- беребеҙгә  йылмайышып,  яҡшы кәйеф менән дәресебеҙҙе башлайыҡ.
III.Уңыш ситуацияһын  ойоштороу.
Өй эшен тикшереү. Яуаптарын баһалау. Өй эшенә  йомғаҡ яһау.
IV. Уҡыу ситуацияһын ҡуйыу.
- Уҡыусылар, бөгөн беҙгә ҡунаҡҡа Әлфиә килгән. Ул беҙҙе экскурсияға саҡыра.  Һеҙ экскурсияла, сәйәхәттә йөрөргә  яратаһығыҙмы? (яуаптар).  Әйҙәгеҙ,  бергәләп сәйәхәткә сығайыҡ. Әлфиә беҙгә күстәнәскә ребус алып килгән. Ребустың яуабын тапһағыҙ,  беҙ ҡайҙа сәйәхәт итәсәгебеҙҙе беләсәкбеҙ (ребус сисеү).                                
,,      1,2,…10  Һ-М          ,,, (Урманда)
V.Уҡыу ситуацияһының сиселеше.                        
- Бөгөн беҙ М. Кәримдең “Урманда” хикәйәһен уҡып, үҙебеҙҙе урманда тип хис итәрбеҙ. Дәфтәрҙәргә число, теманы  яҙып ҡуйығыҙ. Сәйәхәткә барғанда   беҙгә юлды Әлфиә күрһәтеп барасаҡ.
а) Иң башта  һүҙлек эше үткәреп алайыҡ.Ошо һүҙҙәрҙе һүҙлектәрегеҙгә яҙып ҡуйығыҙ.  
Һүҙлек һүҙҙәре: йәшәй башланым, бәшмәк, сырылдай, баҙнат итмәне,  ғүмер, ҡаҡ, ҡайнатма (аңлатыу).
- Ошоһүҙҙәрҙе һүҙлектәрегеҙгә яҙып ҡуйығыҙ.
б) Яҙыусы тураһында белешмә биреү (Слайд)
- Мостай Кәрим - Башҡортостандың халыҡ шағиры. Ул 1919 йылда 20 октябрендә  Шишмә районы Келәш ауылында тыуған . Тыуған ил, Башҡортостан, уның тәбиғәте, кешеләре , балалар тормошо  тураһында яҙған әҫәрҙәрен ололар ҙа, уҡыусылар ҙа яратып уҡыйҙар.          
в) Уҡыусылар, урманда нисек йөрөргә кәрәк? (яуаптар). Эйе, урманда ҡысҡырып, үләндәрҙе тапап, сүп ташлап йөрөргә кәрәкмәй. Урманда  нисек итеп аҙашмаҫҡа?  Барған юлда билдәләр ҡуйып барырға кәрәк. Беҙ ҙә билдәләп барырбыҙ һәм кирегә ҡайтаһы юлды тиҙ табырбыҙ. Әйҙәгеҙ, ҡуҙғалайыҡ.
г) 1-се туҡталыш. Тексты өлөштәргә бүлеп уҡыу.     
- Әлфиә юлда  нимәне   осратты? (Күбәләк). Әйҙәгеҙ, беренсе туҡталышты
“Күбәләктәр” тип билдәләйбеҙ. (Таҡтаға күбәләк һүрәтен эләм.) Дәфтәрегеҙгә туҡталыштың исемен яҙып ҡуйығыҙ. Күбәләктәр  тәбиғәткә  матурлыҡтан башҡа,  файҙа килтерәләрме? (яуаптар). Улар үсемлектәрҙе һеркәләндерәләр, ебәк туҡыма өсөн еп эшләйҙәр. Күбәләктәр  ҡоштарҙың яратҡан  ризығы. Беҙҙең яҡ тәбиғәтендә ниндәй күбәләктәр йәшәй  икән? (слайдтан күбәләк һүрәттәрен  ҡарау).     
                   
               гөлйемеш күбәләге             кесәрткән күбәләге                        елкәнле сыбар күбәләк
2-се туҡталыш.  Тексты уҡыу.
Был юлы Әлфиә нимәне өҙмәксе булды? (Сәскә) Был туҡталышты нисек атарбыҙ? (Сәскәләр рәсемен уҡыусы  таҡтаға йәбештерә). Туҡталышты яҙып ҡуябыҙ.  Баҫыу, урман  сәскәләренең ниндәй файҙаһы бар? (Тәбиғәткә матурлыҡ бирәләр, дарыу уләндәре, нектар бирәләр,  малдарға бесән була). Һеҙ ниндәй сәскәләр күргәнегеҙ бар? (Яуаптар) (Слайд) .
                        
                   алтын шөңғөр                        баҫыу кәнәфере                    күк сәскә                        
-Арып киттегеҙ,  ахыры. Сәйәхәттә  йөрөгәндә  көстө йыйып, һаҡлап йөрөйҙәр. Сәскәләр  янында  ял  итеп алайыҡ .  
Ял минуты.
Бер эйелә, бер бөгөлә,
Аҡ сәскә наҙлы елгә (ян яҡҡа эйелеү)  
Ҡояшты ла онотмай  (ҡулдарҙы билгә ҡуйып кәүҙәне әйләндереү)
Уны күҙәтә гел дә (төрлө яҡҡа ҡараныу).
3-сө туҡталыш. Тексты дауам итеп уҡыу.
- Әлфиә нимә йыйырға булды? (Бәшмәк). Туҡталышты “Бәшмәктәр” тип билдәләйбеҙ. Дәфтәргә яҙып ҡуябыҙ.  (Бәшмәк рәсеме эләләр.) Ниндәй бәшмәктәр беләһегеҙ? (аҡ, ерән, баллы, ҡайын бәшмәге). Бәшмәктәрҙе урманда йыя беләһегеҙме? (Яуаптар). Эйе, яй ғына бысаҡ менән төптән ҡырҡып алалар. Йәш, ҡортламаған, үҙең белгән бәшмәктәрҙе генә йыйырға кәрәк, юҡһа ағыуланыу  ихтималы ҙур. Ағыуланған кешенең ашҡаҙанын йыуҙырып,   беренсе  ярҙам  күрһәтергә һәм  03 номеры менән врач саҡыртырға кәрәк  (слайд).
                        
               ерән бәшмәк                        себен бәшмәге                                                      аҡ бәшмәге
4-се туҡталыш. Тексты уҡып бөтөрөү.
- Әлфиә был юлы нимәләргә тап булды? (Еләктәр). Нисек  билдәләйбеҙ туҡталышты? (Еләктәр). Яҙып ҡуйҙыҡ (таҡтаға еләк һүрәте йәбештерәбеҙ). Урманда үҫкән ниндәй еләктәрҙе беләһегеҙ?(Ҡура  еләге, ер еләге, ҡайын еләге, бөрлөгән, көртмәле). (Слайд) Еләктәр менән  ҡоштар, бөжәктәр, хайуандар туҡлана. Унда бик күп витаминдар, фруктоза бар.
                          
               ҡайын еләге                                   ҡара еләк                                     ҡыҙыл бөрлөгән
д) Сәйәхәтебеҙ аҙағына ла яҡынлашты. Хикәйәнең  моделен төҙөйөк. 
                                                                                                           
Ошо схема буйынса хикәйәнең ҡыҫҡаса йөкмәткеһен хәтергә төшөрәйек.
е) Алған тәҫьораттарыбыҙ менән бүлешәйек.
- Хикәйәнең авторы кем? (М. Кәрим)
- Төп геройҙың исеме нисек? (Әлфиә)
- Автор нимә әйтергә теләгән? (Тәбиғәтте яратырға, һаҡларға).  
VI. Йомғаҡлау. Рефлексия.
- Дәрестә үҙегеҙгә ниндәй кәрәкле мәғлүмәттәр алдығыҙ, нимәләр белмәй инегеҙ? Эйе, тәбиғәттә бар нимә лә йәнле, бөтәһе лә гармонияла.
- Ә тағы нимәләр тураһында  белергә теләр инегеҙ? (Ағастар, таштар, хайуандар,  урманға экскурсияға һ.б.)   
VII.Баһалау.
VIII.Өй эше.
Хикәйәне тасуири уҡып килергә, теләге булғандарға хикәйә буйынса һүрәт төшөрөргә.                                                               

Похожие публикации